+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Февраль 2021, 13:35

Беҙҙекеләр һынатмай

Рәсәй кимәлендә үткән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында Салауат ҡалаһынан Ирина Саутина финалға сыҡты.

Ошо көндәрҙә Волгоград ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгендә “Рәсәй йыл уҡытыусыһы – 2020” конкурсының лауреаттары билдәләнде. Башҡортостандың данын ил кимәлендәге бәйгелә Салауат ҡалаһының 1-се һанлы лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Саутина яҡлай.
Ул – финалға сығыусылар рәтендә.
Ирина Валерьевна конкурс дәресен Борис Пастернак ижадына арнаған.
Уның хеҙмәттәштәре дәресен күҙҙән үткәреп, шағирҙың тормошона, ижадына сәйәхәт ҡылғандан һуң “Был юғары осош!” тип һоҡланыуҙарын йәшермәй, педагогтың юғары һөнәрилеген таный.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: