+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Ғинуар 2021, 17:15

"ТАРИХ ЯҘЫР ИНЕМ ТАШЫНА"

Өфө ҡалаһының Октябрь районында урынлашҡан М.Искужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында “Башҡорт йылы тарихы” сиктәрендә ойошторолған «Тарих яҙыр инем ташына» тип аталған республика буйлап барған марафон сараһы уҙҙы.

Уҡыусылар “Любизар” “Беренсе Башҡорт атлы полкы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтов менән осрашты. Уҡыусылар 1812 йылғы Ватан һуғышы, шулай уҡ Башҡорт атлы дивизияның Рәсәй геройы, легендар командир генерал-майор Миңлегәле Шаймуратов тураһында тарихи сығанаҡтар һәм Башҡорт атлыларҙың һуғыш юлдары буйлап үткән йылдары, төрлө мәғлүмәттәр менән танышты.
Сараның төп маҡсаты булып уҡыусы балаларҙа батырлыҡ хистәре, тыуып үҫкән ере, иле өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятыу, тәрбиәүи әһәмиәт биреү булып торҙо.
Сара “Шайморатов генерал” йыры менәт тамамланды.
Читайте нас: