Был хәл иткеһеҙ мәсьәләне асыҡларға Атай кеше лә йәлеп ителде.
- Ошомо ,ошомо?.. - тип, өйҙәге бөтә әйберҙе күрһәтеп сыҡтылар, бейеп тә, йырлап та, эт булып өрөп тә ҡаранылар,
ә Ҡыҙыҡай һаман да:
- Бүнәәәт! Бүнәәәәәәт! - тип тик торҙо, ул инде күптән илауға күскәйне. Шул саҡ, ҡарға буталған, биттәре алһыуланған
Ағай кеше ҡайтып керҙе. Үҙҙәре лә илар сиккә еткән Атай менән Әсәй уны
ҡосаҡлап алдылар, нимә ти туғаның, аңлаһаң һин генә аңларһың, тинеләр. Ағай кеше, ҡулын йыуып, әҙерәк йылынып алғас, үҙ ҡәҙерен үҙе белеп кенә туғанын ҡулына алды ла:
- Йә,һөйләп ебәр, Ҡыҙыҡай, нимә булды? - тине.
- Бүнәәәәт! - тине, илап ярһып бөткән Ҡыҙыҡай.
- Әсәй, әкиәт һөйлә ти ҙә һуң! Шуны ла аңламаҫҡа, - тине Ағай кеше.
Ә-ә-әй, баш тигәнең! Шуны ла аңламаҫҡа ни... - тип шатланды хәлдән тайған Атай менән Әсәй. Бер-нисә минуттан өй эсендә илаһи бер тыныслыҡ урынлашҡайны инде: Атай кеше гәзит ҡараштыра, Ағай кеше пластилиндан машиналар әүәләй, ә Әсәй кеше Ҡыҙыҡайҙы бишеккә һалып, шым ғына әкиәт һөйләй:
- Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай... Урталарында бер ҡыҙыҡай мыш-мыш итеп йоҡлай...
Бер-береңә ихтирам, һөйөү йәшәгән тыныс тормошта сабый йоҡоһонан да матурыраҡ
күренеш юҡтыр ул... Тәмле тыныс йоҡо, Бәләкәс кеше! Тәмле төштәр һиңә! Яҡындарыңдың йылыһына
төрөнөп, уларҙың һөйөүенең нурына ҡойоноп, бәхетле-тәүфиҡлы булып үҫ!