+2 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Ғинуар 2021, 07:00

"БЫЛ ЙӘНҺҮРӘТ КЕМДӘР ТУРАҺЫНДА?"

"АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫ ОЙОШТОРОЛОУҒА 30 ЙЫЛ ТУЛЫУ УҢАЙЫНАН БОРАЙ РАЙОНЫНЫҢ 3-СӨ МӘКТӘБЕНДӘ БАЛАЛАР МЕНӘН ОСРАШЫУ БУЛДЫ.УНДА МӘКТӘП УҠЫУСЫЛАР ТӨНЬЯҠ-КӨНБАЙЫШ ДИАЛЕКТЫНА ТӘРЖЕМӘ ИТЕЛГӘН "ШУМЕР" ЙӘНҺҮРӘТЕН ҠАРАНЫ.УНЫҢ ТУРАҺЫНДА БАЛАЛАР НИМӘ ӘЙТТЕ ҺУҢ? ЕНТЕКЛӘБЕРӘК БЕҘҘЕҢ САЙТТА!

БЫЛ ЙӘНҺҮРӘТ БАЛАЛАРҒА БИК ОҠШАНЫ. УЛАР УНЫ БИК ҠЫҘЫҠҺЫНЫП ҠАРАНЫ. "БЫЛ ФИЛЬМ НИМӘ ХАҠЫНДА ҺУҢ?" ТИГӘН ҺОРАУҒА ҺӘР КЕМ ҮҘЕНСӘ ЯУАП БИРҘЕ. КЕМДЕР БЫЛ ЙӘНҺҮРӘТ ЕР ШАРЫ, УҒА ЯНАҒАН ҠУРҠЫНЫС, ЭКОЛОГИК АФӘТ ТУРАҺЫНДА ТИП ЯУАП БИРҘЕ.
ИКЕНСЕЛӘР БЫЛ ФИЛЬМДА КЕШЕЛЕККӘ, УЛАРҘЫҢ ЯМАНЛЫҠҠА ТИҘ ЫЛЫҒЫП БАРЫУЫНА ИШАРА, ТИП АҢЛАҒАН. ХАТТА: "БЫЛ ФИЛЬМ БАШҠОРТ ХАЛҠЫ ТУРАҺЫНДА ТҮГЕЛМЕ?" - ТИП ҺОРАУСЫЛАР ҘА ТАБЫЛДЫ.
ЭЙЕ, ХАЛЫҠТАРҒА, ИЛДӘРГӘ, ТЕЛДӘРГӘ ЯНАҒАН ХӘҮЕФ ТУРАҺЫНДА ЛА ТИП АҢЛАРҒА БУЛА БЫЛ ЙӘНҺҮРӘТТЕ. УЛ БАЛАЛАРҘЫ БИТАРАФ ҠАЛДЫРМАНЫ. УЙЛАНДЫРҘЫ.
Читайте нас: