+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ғинуар 2021, 13:10

"Кескәй башҡортҡа - милли кейем"

Борай районының "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһында башҡорт милли кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе башланды. Уны "Аҡбуҙат" журналының 30 йыллығы уңайынан баҫма менән берлектә Республика халыҡ үҙәге ойошторҙо. Ҡул оҫтаһы Гөлнара Шафиҡова ата-әсәләргә кескәй башҡортҡа милли кейеменең оҫталығы тураһында ентекле мәғлүмәт еткерҙе. Сарала өләсәй Инзиә Сафина, әсәйҙәр Гүзәл Ситдиҡова, Алина Хәкимова, Миләүшә Төхвәтуллина ҡатнаша. Балалар баҡсаһының мөдире Илмира Самиғуллина әйтеүенсә, ата-әсәләрҙә милли кейем менән ҡыҙыҡһыныу һуңғы йылдарҙа артҡан. Лариса Абдуллина.

Читайте нас: