+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ғинуар 2021, 23:09

Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында онлайн-конференция үтте

Ул башҡорт балалар шәғирәһе, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды

Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында башҡорт балалар шәғирәһе, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған онлайн-конференция үтте. Унда яҙыусылар, педагогтар, уҡыусылар ҡатнашты. Яҙыусылар союзы председателе Зәки Әлибаев, яҙыусы-шағирәләр Гөлнур Яҡупова, Гөлфиә Юнысова, Әлфиә Әсәҙуллина, Лариса Абдуллиналар Кәтибә Кәрим ҡыҙы тураһындағы йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, яҙыусылыҡ, шиғриәт хаҡында фекерҙәрен әйтте.
Балаларҙың шағирәнең шиғырҙарын ятҡа һөйләүе, уныңшиғырына яҙылған йырҙы йырлап ишеттереүҙәре, гимназия ҡурайсыларының сығышы, “Ләйсән” ансамбленең дәртле бейеүҙәре кисәне йәмләп кенә ебәрҙе. Шулай уҡ әҙибәнең китаптар күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Башҡорт рухы менән һуғарылған был конференцияла балалар Кәтибә Кинйәбулатованың тормошонан байтаҡ мәғлүмәт белде, уларҙы дәреслектә табып булмай...
Читайте нас: