+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ғинуар 2021, 17:25

"АҠБУҘАТ" - БОРАЙ ЕРЕНДӘ

Бөгөн "Аҡбуҙат" журналының 30 йыллығы уңайынан Борай районының "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһында баҫманың исем туйы башланды. Ул төбәктә ойошторолған "Елдәк ырыуы йыйыны" сиктәрендә үтә.Сарала баш мөхәррир Лариса Абдуллина балаларға журнал хаҡында һөйләне. Шәхсән һәр бәләкәс менән танышып, уларҙы рәссам Артур Вәсилов ойошторған оҫталыҡ дәресенә саҡырҙы. Унда балалар Аҡбуҙат төшөрөргә өйрәнде.

Иң шәп һүрәт журналда баҫыласаҡ. Ә иң яҡшы биш һүрәт баҫманың сайтында донъя күрәсәк, тип иғлан ителһә лә, ярыш һуңында һәр һүрәт сайтта баҫылыуға лайыҡлы тип табылды.
Иң уңышлы рәсем авторы - Риана Ҡәйүмова. Уға рәссам Артур Вәсилов аҡ ат һәм уның ҡолонсағы уйынсыҡтарын бүләк итте. Әйткәндәй, бына ҡыҙыҡ - "Аҡбуҙат"тың тәүге көнөнән эшләгән рәссамының фамилияһы ла -Ҡәйүмова. Майя Леруновна Ҡәйүмова. Кем белә, бәлки, киләсәктә баҫманың рәссамы булып китер.
Шулай уҡ Сафия Ғилметдинова, Алмас Шәйҙуллин, Полина Дмитриева һүрәттәре уңышлыларҙан тип табылды һәм уларға ла махсус бүлек тапшырылды.
Балаларға шулай уҡ баҫманың комикстар йыйынтығы, башҡорт телендә балалар китаптары тапшырылды.
Балалар араһында шиғыр һөйләүселәр ҙә табылды. Уларҙың видеояҙмалары сайтта, "Бәйләнештә" социаль селтәрендә урын аласаҡ.
Бәләкәстәр саранан ҡыуанып, осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалып таралышты.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Маргарита ҒИМАЗЕТДИНОВА фотолары.
Читайте нас: