+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ғинуар 2021, 14:20

ТӘБИҒӘТ КҮРЕНЕШТӘРЕ. С.Т. АКСАКОВ ЯҘМАЛАРЫНАН ...

ҠЫЙЫШҠЫ КҮЛЕ. «Башҡорттар ошо ерҙең хужалары, ти атайым, йөҙ йыл һайын имәнгә тамға һала барғандар. ... Атайым миңә ун ике тамғалы имән күргәнем булды, тине, тимәк, ул имәнгә 1200 йәш булған…» — тип яҙа Аксаков.

Иҫке Ҡыйышҡы ауылының тирә-яғында бик матур күлдәр бар. Шуларҙың араһынан Ҡыйышҡы күле бик үҙенсәлекле, сөнки ул Ағиҙелдең боронғо ағышында барлыҡҡа килгән һәм йылға үҙәне рәүешен һаҡлаған. Шуның өсөн дә бөйөк урыҫ яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаков был күл хаҡында яҙғанда, уның төҙөлөшөнә ныҡ иғтибар итә. Яҙыусы шулай уҡ күл буйында үҫкән имәндәргә лә туҡталып китә. Имәндәрҙең мөһабәтлеге һәм оҙаҡ йәшәгәнлеген билдәләп үтә ул.
Ә хәҙер күл буйында имәндәр юҡ. Бер нисә тирәк кенә ултыра. Күл әле лә балыҡлы, тик улары ла бик әҙ ҡалған инде.
Читайте нас: