Фәрүәз портфелен яурынына элде лә, ҡулына сәскәләр тотоп, мәктәпкә юлланды.Бөгөн 1 сентябрь — Белем байрамы. Урам тулы шаян малайҙар, күбәләктәй ҡыҙҙар, ата-әсәйҙәр шау-гөр килеп мәктәпкә табан ағыла. Ул да шул төркөмгә барып ҡушылды ла алан-йолан ҡарап кемделер эҙләй башланы.
Урам боролошон үткәндә дуҫына оҡшаған кешенең ҡойма артында боҫоп торғанын күреп шунда йүнәлде.
— Эй, Йәмил, сәләм! Ни эшләйһең унда? Киттек мәктәпкә!
— Ярай-ярай, бара тор, мин хәҙер. Бына алтын балығымды ғына өйҙә ҡалдырам да, — тип яуапланы ул.
— Алтын балыҡ?! Оноттоңмы әллә, бөгөн бит 1 сентябрь?!
— Ни эшләп онота ти. Шуға ла өлгөрөргә тырышып йөрөйөм дә инде. Бына, ҡарамаҡҡа тоттом.Ышанмаһаң яҡыныраҡ килеп ҡара!
Ысынлап та, уның ҡулындағы һауытта һарылы-ҡыҙыллы тәңкәләрен уйнатып алтын балыҡ йөҙә ине.
— Алып ҡайтам да өс теләгемде үтәргә ҡушам, — тип һүҙен дауам итте малай.
— Һин нәмә әкиәттән сыҡтыңмы әллә?Ниндәй теләк ул тағы?
— Ниндәй булһын: ”Беренсенән, мәктәпкә йөрөмәй генә уҡырға; икенсенән, тик яҡшы билдәләренә өлгәшергә; ә өс-сөн-сө-нә-ән-нн,… әле уйлап бөтмәнем”, — тип эре генә танауын сөйҙө теге.
— Эх, һин, Йәмил-л-л! — тип дуҫын үсекләгәндәй бармаҡтарын бөгөп Фәрүәз: беренсенән, алдашырға ярамай. Ҡулыңда йылға балығы түгел, ә аквариумыҡы. Икенсенән, әкиәттә түгел, ә ысынбарлыҡта йәшәйһең. Ә инде өсөнсөнән: “Дуҫҡай, мин һине мәктәптә көтәм”, — тине лә ҡырҡа боролоп юлын дауам итте.
Малай бер балығына, бер алыҫлаша барған дуҫына ҡарап уйланып тора бирҙе. Ҡапыл аңына килеп: “Үҙеңә ышанырға кәрәктер. Көс түгеп тырышып уҡығанда ғына теләгәнең бойомға ашыр”, — тип тиҙ генә эштәрен башҡарҙы ла һуңламай ғына беренсе ҡыңғырауға килеп тә етте.
Ә алтын балыҡ иһә,Ғиндулла олатайҙың аквариумында нимәлер һөйләгәндәй күбектәр уйнатып серле генә йөҙә бирҙе.