+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Ғинуар 2021, 11:35

ҺЕҘ ҘӘ ШУЛАЙ САНА ШЫУА ТОРҒАЙНЫҒЫҘМЫ?

Ләлә Рафиҡова:- ... Иртәнән ҡара кискә тиклем урамдабыҙ. Күрше-тирәлә балалар күп, улар менән тау шыуып мәз киләбеҙ. Сана менән өй алдындағы Юлыҡ йылғаһына ярҙан эйеп төшәбеҙ. Унда ялҡып китһәк, кәртә артындағы Йәнтүрәгә китәбеҙ...

Саналарҙы бер-береһенә тағып, паровоз булып та, ятып та, ултырып та шыуабыҙ. Ат санаһына тейәлеп ҡунаҡҡа киткән ололарҙы эләкләп, ике сананы береһен икенсеһенә түңкәреп бәйләп, ҡунаҡ булып та уйнайбыҙ. Ярп итеп ҡолап ҡалған ҡайҙа, ҡар эсендә өйәҙәп ятҡан ҡайҙа! Кемдер санаһына ятып шыуа, кемдәрҙер икешәрләп ултырып эйә))) Тау буйы гөрләп тора.
Кискә арып-талып, өҫтөбөҙ ап-аҡ ҡар булып, ҡайтып инер инек. Инер алдынан селек һепертке менән өҫтө һепереп алаһың әле, сөнки баштан-аяҡ ҡар һырыған, ул ҡар иреп боҙ булып ҡата бит инде. Быймаларҙың табаны коньки кеүек тая, салбар- сабыуҙарыбыҙ шаҡылдап тора, ул да тас боҙ! Өйгә ингәс, быймаларҙы мейескә терәйһең, бәлтәләрҙе, бейәләйҙәрҙе лә иретергә ҡуяһың. Ипләп баҫып инмәһәң, быйма тайып китеп иҙәнгә һуҙылып ятыуың да бар. Шулай үтер ине элек беҙҙең ҡышҡы көндәр...
Кисә шул мәлдәрҙе хәтергә төшөрөп алдыҡ. Балалар менән тау шыуҙыҡ))) Инде күңелле булды. Ҡыштың бер мөғжизәле көнө шулай үтте.
Һеҙ ҙә шулай сана шыуа торғайнығыҙмы?
Читайте нас: