-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ғинуар 2021, 22:50

ИСЕМҺЕҘ БЫҘАУҠАЙ

Мө-өөө! – тигән мөңгөрләп өзләгән тауышты ишетеп, Әлфиә ҡабалана-ҡабалана өҫ кейемен эләктерҙе лә, әсәһенә эйәрҙе. ...... Дуҫтар, иң матур исемдәрҙе беҙгә лә яҙып ебәрегә онотмағыҙ!

ИСЕМҺЕҘ БЫҘАУҠАЙ
(хикәйә)
Мө-өөө! – тигән мөңгөрләп өзләгән тауышты ишетеп Әлфиә ҡабалана-ҡабалана өҫ кейемен эләктерҙе лә әсәһенә эйәрҙе. Арбаҙға инһә, ни күҙҙәре менән күрһен Матурҡастың йәнәшәһендә яңы аяҡланған быҙауҡай баҫып тора.
  • Әсәй, әсәй, ниндәй матурҡас быҙауҡай! Ниндәй исем бирәбеҙ уға, - тип сәпәкәйләне Әлфиә. Әсә кеше Матурҡастан матурҡай тыуа инде, балам, әйҙә улай булғас исемде лә уға үҙең эҙләп тап, тине.
  • Таптым да! Ул - Сибәркәй! – тине ҡыҙыҡай һикергәләп.
  • Сибәркәй ул “малайҙарға” бармай ҡыҙым. Беҙҙең бәләкәсебеҙ үгеҙ бит. Ана, ниндәй ҡалын тауышлы, тыуып өлгөрмәгән ниндәй итеп мөзләй. Матурҡай ҙа үҙенең бәләкәсе эргәһенә береһен дә яҡын ебәрмәй, мөгөҙө менән барыһын да айҡап, ҡыуып тора. Ә бына беҙҙе оҡшатты ахыры, тыныс ҡына көтә.
  • Әсәй, мин бәләкәй үгеҙҙәр исеме белмәйем. Нишләйбеҙ инде хәҙер, исемһеҙ ҡаламы инде? - тип ирендәрен турһайтты Әлфиә.
  • Ю-юҡсы, ҡыҙым, улай ярамай, исемһеҙ булмай инде ул. Етмәһә, ҡаршылаған 2021 йылыбыҙ ҙа - Үгеҙ йылы бит! Әйҙә, был “ҙур эште” беҙ “Аҡбуҙат”ыбыҙҙың дуҫтарына тапшырайыҡ. Улар һәр береһе үҙенсә исем ҡушып яратып өндәшер.
  • Эйе шул, әсәй, уларҙың да үҙҙәренең бәләкәс үгеҙ-быҙау булыр!
  • Дуҫтар, иң матур исемдәрҙе беҙгә лә яҙып ебәрегә онотмағыҙ!
    Зөбәйҙә ИСЛАМОВА.
    Читайте нас: