Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се һанлы башҡорт гимназияһындағы 1А классы өсөн физкультура дәресе ғәҙәти булмаған тәртиптә үткән.
Баҡтиһәң, балаларға уҡытыусылары Наилә Байымова “Урал батыр вариҫтары” исемле сара ойошторған икән.
Малайҙар тоҡ бәрешеү, көршәк ватыу, тоҡ менән һикереү кеүек ярыштарҙа көс һынашып ҡына ҡалмаған, “аттарҙа” ла сапҡандар.
Ҡыҙҙар уларҙы ҡеүәтләп, һәр бер егет өсөн “көйөп” торған. Өҫтәрендәге башҡорт милли кейемдәренән күҙҙәр ҡамаша.
Бына ниндәй рухлы яңы быуын үҫеп килә.