Елдәктәр, Борай районынан тыш, Саҡмағош, Нуриман, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел райондарында йәшәй.
Район Мәҙәниәт йортонда уҙған был съезда республиканың төрлө райондарынан ырыу вәкилдәре, эксперттар, тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнаша. Сарала елдәк ырыуы гербы менән таныштырасаҡтар, милли кейем күргәҙмәһе, Борай районы ҡул оҫталарының оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
Байрамда «Аҡбуҙат» менән «Тамыр» телеканалы ла ҡатнаша.
«Аҡбуҙат» балалар журналы редакцияһы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһына бара. Иң кескәй борайҙар журнал менән, шулай уҡ «Аҡбуҙат» журналы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторған «Шәжәрә — минең анкетам» республика асыҡ конкурсы шарттары менән танышасаҡ. Баҫманың рәссамы Артур Василов балаларға оҫталыҡ дәресе күрһәтәсәк. Балаларҙың иң яҡшы һүрәттәре артабан журнал биттәрендә донъя күрәсәк.