+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Ғинуар 2021, 19:28

Балалар өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек

“Сит телдәр өйрәнеү аҡсалата сығымдарға алып килә, ҡайһы бер ата-әсәләрҙең репетитор ялларға мөмкинселектәре лә юҡ, шуға күрә полилингваль мәктәпкә уҡырға барған балалар бындай белем усаҡтарында иркенләп бер нисә тел өйрәнә ала..."

Миңзәлә Ишморатова – Балалар мәғарифына ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды ойоштороусыһы.
Ул шулай уҡ полилингваль белем биреү алдынғылары өсөн “Мәктәп инновациялары” программаһын бойомға ашырыусы ла.
Башҡортостанда махсус полилингваль мәктәптәр эшләп килә. Уларҙың төп маҡсаты – балаларҙы төрлө телдәрҙә иркен аралашырға өйрәтеү. Ундағы уҡыу системаһы ла үҙенсәлекле: уҡыусылар бер юлы бер нисә телдә белем ала.
Миңзәлә Ишморатованың үрҙә телгә алып киткән фонды ошондай мәктәптәр өсөн белем алыу программалары өҫтөндә эшләй. Унда Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге белгестәр үҙҙәре уҡыусыларға лекция уҡый, донъялағы алдынғы алымдар ғәмәлгә ашырыла.
Был программа менән Миңзәлә Ишморатованың командаһы Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ була.
“Сит телдәр өйрәнеү аҡсалата сығымдарға алып килә, ҡайһы бер ата-әсәләрҙең репетитор ялларға мөмкинселектәре лә юҡ, шуға күрә полилингваль мәктәпкә уҡырға барған балалар өсөн был сифатлы белем алыу өсөн шәп мөмкинлек”, - ти Миңзәлә.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: