+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Ғинуар 2021, 18:05

БӨЙӨКТӘРҘЕҢ ӘЙТКӘНЕ

Ерәнсә сәсән — башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, татар ха­лыҡтарының уртаҡ легендар сәсәне.Күп эсендә баламын, әү,Һеҙҙең күҙгә ҡарамын, әү,Әй, һеҙҙең күҙгә ҡарамын. Күп һүҙен әйтер баламын, әү, ...

Ерәнсә сәсән — башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, татар ха­лыҡтарының уртаҡ легендар сәсәне.
Башҡорт халыҡ ижадында киң таралған "Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне" исемле әҫәр ҙә сәсәнлек сәнғәтенең үрнәге һанала. Бер көн Әбелхәйер хан башҡорт тарханы Аҡмәмбәткә ҡунаҡҡа килгән, шул саҡ башҡорттарҙың Яйыҡ буйынан китеүҙәрен һораған. Быны ишетеп, Ерәнсә сәсән Әбелхәйергә ҡасандыр "донъяла мин — бер" тип йөрөгән, һуңынан "кәфенгә сырмап төрөлгән" Ибраҡ, Күсем, Аблай хандар хаҡында һөйләй, донъялыҡта халыҡҡа ҡаршы бар­маҫҡа саҡыра:
Күп эсендә баламын, әү,
Һеҙҙең күҙгә ҡарамын, әү,
Әй, һеҙҙең күҙгә ҡарамын.
Күп һүҙен әйтер баламын, әү,
Үлгәнсе күптә ҡаламын.
Хоҙайым һеҙҙе яратҡан,
Күптеме һеҙгә ҡаратҡан,
Әй, күпте һеҙҙән талатҡан.
Күптең дә барыр ере гүр,
Аҙҙың да барыр ере гүр.
Читайте нас: