+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ғинуар 2021, 16:15

"ТАТЫУ ҒАИЛӘ - ИЛ КҮРКЕ!"

Ике ул әсәһе Фирүзә Рәуеф ҡыҙы Крысина (Ҡаһарманова) тормош иптәше һәм үҙҙәренең бәләкәстәре менән баш ҡалала уҙғарылған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Һүҙебеҙ Өфөлә йәшәгән ике ул әсәһе Фирүзә Рәуеф ҡыҙы Крысина (Ҡаһарманова) хаҡында. Һөйкөмлө, мөләйем әсә - БДМУ 2012 йылда тамалап РПБла врач-психиатр булып эшкә урынлаша. ...
- Барыһына өлгөрөп булмай шул. Миңә робот-пылесос, мультиварка һәм әлбиттә тормош иптәшем ярҙам итә, эштән ҡайтыу менән балалар менән булыша. Шул арала үҙемә лә ваҡыт ҡалһа йә тегем тегәм, йә бешеренәм. Беҙҙең атай бик әүҙем булғас, уның артынан ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Балар бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, республикабыҙҙа ойошторолған ғаилә конкурстарында ҡатнашырға тырышабыҙ. Бындай саралар ғаиләне берләштерә. Бәхетле булыуҙың сере – бер-берегеҙҙе хөрмәт итергә һәм ике төр милләттән барлыҡҡа килгән ғаиләнең бар ҡиммәттәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итеп йәшәргә.
Читайте нас: