Был һауанан алған мәғлүмәт түгел. Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитеты сайтында ойошторолған һораулама һөҙөмтәләре буйынса, яуап биреүселәрҙең 53 проценты айырылышыуҙарҙың төп сәбәбе итеп алкоголизм күренешен атаған.
Ошо уҡ рәттә – наркомания...
Ғаиләләге ыҙғыш, фажиғәләр ғаилә башлыҡтарының был насар ғәҙәттәре арҡаһында ярала. Был осраҡта, йәмғиәткә ярҙам кәрәк.
26 һәм 27 ғинуар 11 сәғәттән алып 14 сәғәткә тиклем “Айыҡ ауыл” ҡыҙыу бәйләнеше эшләйәсәк.
8-800-347-5000 телефон һандарын йыйып, ярҙамға мохтаж һәр кем бушлай консультация алыу мөмкинлегенә эйә.