+14 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
17 Января 2021, 07:00

ЯЛҠАУЛЫҠ. КӨЛӘМӘС

– Әллә инде, балалар баҡсаһына барырға тип, торорға уйлаһам, мендәрҙән айырылмай ҙа ҡуя. Әй ҡыйыыын, баш мендәр менән бергә күтәрелгән кеүек, көсөм етмәй.

Ялҡаулыҡ
– Табиб ағаай, табиб ағай! Ауыртааа!
– Ни булды, Ильяс? Ҡайһы ерең ауырта?
– Муйынымдың арҡа яғы.
– Нисек була инде ул, ә? Бәлки, елкәңдер әтееү.
– Нисегерәк ауырта, һыҙлаймы, сәнсәме?
– Әллә инде, балалар баҡсаһына барырға тип, торорға уйлаһам, мендәрҙән айырылмай ҙа ҡуя. Әй ҡыйыыын, баш мендәр менән бергә күтәрелгән кеүек, көсөм етмәй.
– Сиреңдең серен белдем, Ильяс. Елкәңә “ялҡаулыҡ” ҡунаҡлаған. Унан ҡотолорға теләһәң, гимнастика, зарядка, физик күнекмәләр эшләй башла. Ялҡаулыҡ шунда уҡ елкәңдән төшөп ҡасасаҡ. Ә һин һауығырһың, үәт!
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА.
Читайте нас