+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Ғинуар 2021, 12:45

ШӘЖӘРӘМ - МИНЕҢ АНКЕТАМ

Ҡәҙерле дуҫтар, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Аҡбуҙат" журналына яҙылыусылар араһында "ШӘЖӘРӘМ - МИНЕҢ АНКЕТАМ" исемле конкурс башланды. ТӨП БҮЛӘК - БАШҠОРТСА ШРИФТЛЫ АЙФОН!!!Конкурстың шарттары менән һылтанма аша үтеп, сайтта танышығыҙ.

“Аҡбуҙат” журналын яҙҙырып алдырыусылар араһында

Республика асыҡ конкурсы

ПОЛОЖЕНИЕҺЫ

“Минең анкетам – минең Шәжәрәм”

Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә йәштәге балалар, башланғыс мәктәп уҡыусылары муниципаль һәм дәүләттең дөйөм белем биреү учреждениелары араһында уҙғарылған республика конкурсы – “Минең анкетам – минең Шәжәрәм” (артабан – Конкурс) “Аҡбуҙат” журналы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Республиканың Халыҡ Ижады Үҙәге менән берлектә ойошторола.

1. КОНКУРСТЫҢ МАҠСАТЫ ҺӘМ БУРЫСЫ
1.1. Конкурстың маҡсаты: “Аҡбуҙат” журналына яҙылыу ойоштороу, мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс балалары араһынан нәҫел ағасын, быуын сылбырын белгән иң яҡшы шәжәрә төҙөүсене эҙләп табыу.
Конкурстың бурысы булып башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм балаларҙы үҙ шәжәрәһен төҙөргә өйрәтеү тора.
Быуын бәйләнешен нығытыу, башҡорт халҡының тарихын, башҡорт ырыуҙарының асылын белеү.
2. КОНКУРСТА ҠАТНАШЫУСЫЛАР
2.1. Конкурста Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә йәштәге муниципаль һәм дәүләттең дөйөм белем биреү учреждениелары һәм мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ башҡорт телен белгән Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәк балалары ҡатнаша ала.
3. КОНКУРСТЫҢ ЖЮРИ АҒЗАЛАРЫ
3.1. Конкурстың жюри ағзалары конкурсҡа ярашлы сикләүҙәрҙән ситкә тайпылмай килгән видеояҙмаларҙы ҡарап, үҙ баһаһын сығара.
3.2. Жюри ағзалары “Аҡбуҙат” журналы, Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәренән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан ағазаларынан билдәләнә.
(һөйләшеү буйынса)
3.3. Конкурстың жюри ағзалары:
Конкурста ҡатнашыусыларҙың видеояҙмаларын баһалай;
Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәрен конкурс талаптарына тура килеүен/килмәүен билдәләй;
Конкурс аҙағында билдәләнгән номинацияларға ҡарап, еңеүсе эштәрҙе билдәләй.
4. КОНКУРСТА ҠАТНАШЫР ӨСӨН ЭШЕҢДЕ КҮРҺӘТЕҮ
4.1. Конкурста ҡатнашыр өсөн тәрбиәләнеүсенең, уҡыусының ата-әсәһе, тәрбиәселәре, уҡытыусылары, йәиһә уҡыусы үҙе эшләгән видеояҙмаларын “Аҡбуҙат” журналының социаль селтәрҙәге “Бәйләнештә”ге төркөмөнә – https://vk.com/journal_akbuzat ебәрергә кәрәк.
4.2. Конкурсҡа башҡа төр конкурстарҙа ҡатнашҡан эштәр ҡабул ителмәй.
5. КОНКУРСТАҒЫ ЭШТӘРҘЕҢ ФОРМАТЫ ҺӘМ УНЫ БАҺАЛАУ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ
5.1. Конкурсҡа килгән эштәр: 3 минутлыҡ видеояҙма эсендә конкурста ҡатнашыусы үҙ быуын сылбырын, ағасын һөйләп бирергә тейеш.
5.2. Эштәрҙең видеоролик форматында ғына булыуы, күләме 3 минуттан артмауы мотлаҡ.
5.3. Конкурста ҡатнашыусы үҙенең нәҫел ағасы тураһындағы мәғлүмәтте ирекле формала һөйләп күрһәтә ала.
5.4. Конкурста ҡатнашыусы мотлаҡ башҡорт телендә һөйләшергә тейеш.
5.5. Конкурсҡа килгән эштәр ҡатнашыусыға кире ҡайтарылмай.
6. КОНКУРСТЫҢ ҮТКӘРЕҮ ВАҠЫТЫ
6.1 “Шәжәрәм – минең анкетам” исемле Республика асыҡ конкурсы “Аҡбуҙат”ҡа яҙылыусылар араһында 2020 йылдың 20 ноябрҙән башлап 2021 йылдың 1апреленә саҡлы бара.
7. КОНКУРСТЫҢ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕН БИЛДӘЛӘҮ ҺӘМ БҮЛӘКЛӘҮ
7.1. Жюри протоколдары һөҙөмтәһендә Конкурста 1, 2, 3 урындарҙы яулаған ҡатнашыусылар билдәләнә. Башҡорт алфавиты ҡуйылған – айфон, телефон һәм башҡа төр электрон техника бүләктәр ҡаралған.
7.2. 1-се урынға еңеүсе булып Конкурста иң күп мәрәй йыйған ҡатнашыусы һайлана. Мәрәйҙәр һаны буйынса 2-се һәм 3-сө урындар билдәләнә.
7.3. Конкурста ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү бүләге лә ҡаралған.
7.4. Конкурста еңеүселәрҙе тантаналы рәүештә бүләкләү.
7.5. Айырым ойошмалар үҙ бүләген тәҡдим итә ала.
Читайте нас: