+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Ғинуар 2021, 11:40

БӨГӨН РӘСӘЙ МАТБУҒАТЫ КӨНӨ!!!

ЙӘШ ДУҪТАРЫБЫҘ - ИҪКЕ ТУЙМАЗЫ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕНӘН ВИКТОРИЯ СӘЙЕТОВА МЕНӘН АЛЕЙСЯ ӘХМӘҘИЕВА БЕҘҘЕ ШИҒЫР МЕНӘН ТӘБРИКЛӘЙ!!! РӘХМӘТ УЛАРҒА!!! «АҠБУҘАТ» ИЛЕНДӘ – БАЛАЛАР ТЕЛЕНДӘ А – «Аҡбуҙат» мин, йә, танышайыҡ,Аҡыл, белем өләшәм.Бергә уйнап, бергә уҡып,Серҙәр сисәм, кәңәшәм.Ҡ – Ҡанаттарың гел нығыһын,Көмөш тояҡ уттар сәсһен.Һинең менән бергә булыпАҡыллы балалар үҫһен.

Б – Бала-саға көтөп ала,
Уҡый, уйнай, белем ала.
Рәсемдәрең иҫ китмәле,
Йомаҡтарың – серле дала.
У - Уҙған йылдар, аҡҡан һыуҙар –
Арымай-талмай һин гел юлда.
Әкиәт кеүек мөғжизәле
Һәр журналың беҙҙең ҡулда.
Ҙ – Ҙур шатлыҡ – затлы журнал,
Йән аҙығы, сихри сафлыҡ.
Көтөп алып уҡый һәр кем.
Беҙҙең өсөн был татлы аҙыҡ.
А – Алтынға тиң хәрефтәрең,
Көмөшкә тиң һәр бер һүҙең.
Алда көтә сәйәхәттәр,
Тоғро дуҫым, тик бул түҙем.
Т – Тылсымлы донъя күрергә
Рәхим ит, кескәй дуҫым.
Бөгөн байрам, сәпәкәй ит,
Һис ҡызғанмай ҡулың-усың.
«Аҡбуҙат»ҡа 30 йыл!
Журналға алдыр, яҙыл.
Йә булмаһа, үҙең дә яҙ
Шиғыр, йә һүрәт ҡалдыр!
Читайте нас: