Атайымдың ҡуян күстәнәсе алып ҡайтыуын, хәтеремдә, көтөп ала торғайным. Кәнфит булһынмы ул, емеш-еләкме, хатта ҡырҙан ҡайтҡан икмәк һынығы ла иң тәмле күстәнәс була торғайны. Ә хәҙер ҡыҙым шулай "ҡуян күстәнәсе"н көтә. "Ҡуян мине ҡайҙан белә икән? Ә ул һиңә нисек алып килде? Нимә тине?" - тип һорауҙары менән дә күмеп ташлай))
Бесәнлектән атай ҡайтҡан саҡта,
Биргән уға ҡуян күстәнәс.
Бөрлөгәне, сейә, муйылдары,
Еләктәре, ай-һай, тәмлекәс.
Муйылдарын, тигән, бир ҡыҙыма,
Һеҙгә ҡуян мәмәй бирҙе, тиеп,
Бала саҡтың татлы емешенең
Ҡуян күстәнәсен услап бирер
(Интернет селтәренән алынды, авторы билдәһеҙ)