-5 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Ғинуар 2021, 15:35

СӘЙЕР ТӨШ

Ә ниңә-з мин-з? Башың-з йомро-з икән-з, ҡолағың-з ҡамасаулай-з тиһәм-з, уныһы ла-з юҡ-з, исмаһам-з!..Үпкәләмә-с инде-с, Ариз-с. Ғәфү-с ит-с. Әминә-с менән-с минең дә-с бик-с танышҡым-с килә-с ти, Морис.Балалар, Морис менән Ариздыңбәхәсендә нисә “з” һәм “с” хәрефе осрай. Уларҙы һанап, килеп сыҡҡан ҙурыраҡ һандан әҙерәген алығыҙ. Һөҙөмтәлә, Әминәгә нисә йәш икәнен белерһегеҙ.

СӘЙЕР ТӨШ
(хикәйә)
  • Әминә-з! Әмин-ә-зз! Ә-ми-нә-ә-ә-зз!
  • Әминә йоҡо аралаш ишеткән был з-з-зеңләүҙән, аңғармаҫтан, карауатынан ҡолап төшә.
    • Кем мине шул саҡлы өҙөлөп саҡыра? Нимә “зыйлай?” Туҡтап тын ғына тыңлап тора. “Шылт” иткән тауыш та ишетелмәй. Бик сәйер тойола был күренеш. Ә ҡолағында һаман сыңлай: “Ә-ми-нә-ә-зз!”
    • Йөрөй торғас онотолоп уйнай башлай. Шул саҡ, ул сипылдап ҡына сыҡҡан сит һүҙҙәр ишеткәндәй була.
      • Т-сс-с, тауышланма-с, Әминәне-с уятаһың-с.
      • Т-зз-з да т-зз. Минең-з, Ер-з кешеһен-з күргем-з килә-з.
      • Улар оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, түҙемлеген юғалтҡан Морис:
        — Ярай-с тыныслан-с Йыһанға-с осорға-с ваҡыт-с! Ярҙам-с һорап-с “SOS” ебәр-с! — тине.
        • Ә ниңә-з мин-з? Башың-з йомро-з икән-з, ҡолағың-з ҡамасаулай-з тиһәм-з, уныһы ла-з юҡ-з, исмаһам-з!..
        • Үпкәләмә-с инде-с, Ариз-с. Ғәфү-с ит-с. Әминә-с менән-с минең дә-с бик-с танышҡым-с килә-с ти, Морис.
        • — Нимә-з эшләргә-з һуң-з? Миндә-з элемтә-з юҡ-з ти, Ариз.
          Ҡыҙыҡай теге тауышяғына йүнәлә. Яҡыныраҡ килеп ҡараһа, ниндәй мөғжизә! Өйөрөлдөк уйынсығы эсендә ике йомро баш бәхәсләшә. Танау,ҡолаҡтары ла юҡ, бары бер күҙ ҙә, ауыҙ ғына.
          — Һеҙ кем? Нимә эшләйһегеҙ бында? — тип һорай Әминә.
          Морис менән Ариз һүҙһеҙ ҡала. Үҙҙәре күрергә теләгән Ер ҡыҙы, алдарына тубыҡланып килеп ултырған. “Ниндәй мәҙәк, беҙгә бер ере лә оҡшамаған. Ә үҙе ҡалай сибәр”, —тип уйлайулар.
          — Бе-беҙ-с йыһандан-с. Осоу-с машинаһы-с ватылды-с. Асҡыс-с та ярамай-с.Ярҙам-с кәрәк-с? — тип телгә килә, Морис.
          — Бәй, бәй, һеҙ бит минең өйөрөлдөк эсендә ултыраһығыҙ, ә ул оса белмәй, тип таҡмаҡлай Әминә. Шунда уҡ тәрлинкәгә оҡшаған ят әйберҙе күреп: “Бына ул һеҙҙең машина!”— тип ҡысҡырып ебәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул ватылған булып сыға.
          — Ҡыҙ оҙон-оҙаҡ уйлап тормай әйләнгес уйынсыҡтан осорғос яһай. Ике яҡлап ҡауырһын ҡанат эшләп ҡыҫтыра. Ҡабыҙыр өсөн асҡысҡа ла урын таба. Шунан, өйөрөлдөкте ҡыҙҙыра ла, ҡул болғап оҙатып ҡала.
          “Ки-кә-ре-кү, Әминә йоҡонан тор!” — тип, әтәс ҡысҡыра. Күҙҙәрен ыуа-ыуа,ҡыҙ уйынсыҡтары янына юллана.Өҫтәлдәтәмлекәс “серле йомортҡа” эсендәге төрлө тәтәй теҙелгән. Теге ике йомро баш та бар. Барыһы ла урынында, хатта өйөрөлдөк тә.
          • Ғәжәйеп хәл. Ҡыҙ бер нәмә лә аңламай. Әсәһен түҙемһеҙлек менән көтөп алып, ҡабалана-ҡабалана һөйләп бирә.
          • Бәй-бәй, әллә тәмлекәстәр артығыраҡ ашап ташланыңмы? Ниндәй сәйер төш күргәнһең —тип, ҡыҙын ҡосаҡлап һөйә әсәһе.
          • Бына ниндәй мөғжизә!?Бары төш кенә икән! — тип шатланып, Әминә сираттағы тәмлекәс “йомортҡа”ны аса ла, туҡтап ҡала. Шәрбәт күп ашарға ярамағанын аңлап, урынына алып ҡуя.
          • Балалар, Морис менән Ариздыңбәхәсендә нисә “з” һәм “с” хәрефе осрай. Уларҙы һанап, килеп сыҡҡан ҙурыраҡ һандан әҙерәген алығыҙ. Һөҙөмтәлә, Әминәгә нисә йәш икәнен белерһегеҙ.
            Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
            Читайте нас: