+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Ғинуар 2021, 15:12

“Тағараҡ” акцияһы

Балаларҙың, ата-әсәләрҙең фантазияһына хайран ҡалырлыҡ

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы “Тағараҡ” акцияһында йыл да әүҙем ҡатнаша. Быйыл да атай-әсәйҙәр бәләкәстәре менән бергәләп төрлө-төрлө тағараҡтар эшләнеләр. Балаларҙың, ата-әсәләрҙең фантазияһына хайран ҡалырлыҡ. Пластик шешәләрҙән дә, ағастан да, таҡтанан да һәм башҡа материалдан һырлап, биҙәкләп яһалған тағараҡтар. Тәрбиәләнеүселәребеҙ атай-әсәйҙәре, ололар өлгөһөндә ҡанатлы дуҫтарға ярҙам итеп, тәбиғәтте һаҡларға, яратырға өйрәнеп үҫә.

Йәмилә ХӘЙБУЛЛИНА.

Читайте нас: