+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Ғинуар 2021, 13:08

МӨҒЖИЗӘЛЕ БАЙРАМ КӘЙЕФЕ БҮЛӘК ИТЕҮСЕ РӘССАМ

В. И. Зарубин 1925-1996 йылдарҙа йәшәгән билдәле совет рәссамы һәм мультипликаторы. Заманында беҙ яратып ҡараған, шул уҡ ваҡытта хәҙер ҙә популярлығын юғалтмаған "Ну, погоди!", "Маугли", "Бременские музыканты" йәнһүрәттәрендәге ҡайһы бер геройҙарҙы тап В. И. Зарубин төшөргән дә инде.

СССР дәүерендә тыуған һәм йәшәгән һәр кемгә Владимир Иванович Зарубиндың фамилияһы яҡшы таныштыр. Эйе, үҙенә генә хас ябайлыҡ, шулай уҡ шаянлыҡ бөркөлөп торған сағыу Яңы йыл открыткалары аша, әлбиттә!
В. И. Зарубин 1925-1996 йылдарҙа йәшәгән билдәле совет рәссамы һәм мультипликаторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, рәссамлыҡҡа уҡып сыҡҡас, хеҙмәт юлын "Союзмультфильм" киностудияһында аниматор булып башлай. Уның ҡатнашлығында 100-ҙән ашыу йәнһүрәт төшөрөлә. Заманында беҙ яратып ҡараған, шул уҡ ваҡытта хәҙер ҙә популярлығын юғалтмаған "Ну, погоди!", "Маугли", "Бременские музыканты" йәнһүрәттәрендәге ҡайһы бер геройҙарҙы тап В. И. Зарубин төшөргән дә инде.
Ҡотлау открыткаларына һүрәт төшөрөү рассәмды бөтә донъяға билдәле итә тиһәң, һис хата булмаҫ. Сөнки 1960-1990 йылдар эсендә СССР-ҙа В. И. Зарубин рәсемдәре менән 1,5 миллиардтан ашыу открытка етештерелгән!
Тәүҙәрәк ул патриотик темаларға ла, йәғни 1 Май, Еңеү көнөнә ҡарата ла һүрәттәр эшләп ҡарай, тик был өлкә күңеленә яҡын булмағанын, ҡәләменә әкиәти образдар хас булғанын тиҙ аңлай рәссам. Артабан ул Яңы йыл, тыуған көн открыткалары биҙәү өҫтөндә генә шөғөлләнә. В.И.Зарубин йән өргән әкиәт геройҙары - ихлас, эскерһеҙ һәм шаян Ҡуян, Тейен, Терпе, Айыуҙар, олпат Ҡышбабай, мөләйем Ҡарһылыу Яңы йыл алдынан һәр өйгә яҡындарынан, дуҫтарынан ҡотлау сәләмдәре килтерә, кешеләргә мөғжизәле байрам кәйефе өләшә. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөнгө көндә почта аша ҡотлау сәләмдәре ебәреү тигән матур күренеш онотолоп бара. Әммә Зарубиндың открыткаларын ололар иң ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һандыҡ төптәрендә һаҡлай, ә үлемһеҙ йәнһүрәттәрен яңы быуын балалары ла яратып ҡарай.

"Тирмәкәй" төркөмөнән алынды.

Читайте нас: