Мәғрифәтсе донъяға килгән Иҫке Соҡорой ауылында, Ғәли Соҡоройҙоң тыуған нигеҙендә урынлашҡан йорт-музейҙа, уға арналған таҡтаташ асыласаҡ.
Үрге Тәтешлеләге тыуған яҡты өйрәнеү музейында шәхестең тормош юлын, ижадын сағылдырған күргәҙмә ойоштороласаҡ.
"Әсән хан тоҡомдары" исемле концерт тамашаһында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Зәйнетдин, "Арғымаҡ" төркөмө сығыш яһаясаҡ.