+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Ғинуар 2021, 17:15

БАҪМАБЫҘҘЫҢ ТӘҮГЕ ЯУАПЛЫ СӘРКӘТИБЕ

... Салауат Ғайса улы Кәримовты тыуған көнө менән тәбрикләйбеҙ. ...

Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, билдәле яҙыусы, журналист, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире – Салауат Ғайса улы Кәримовты тыуған көнө менән тәбрикләйбеҙ. “Аҡбуҙат” журналының тәүге көндәренән үк бәпләп үҫтереүгә, сифатлы, фәһемле, шул уҡ ваҡытта уҡымлы булып сыҡһын өсөн күп көс һалған, баҫмабыҙҙың тәүге яуаплы сәркәтибе ул. Салауат Ғайса улы бөгөнгәсә кескәйҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә яратып уҡыған “Аҡбуҙат”тыбыҙҙың тоғро дуҫы булып ҡала. Алдағы көндәрҙә лә матбуғатыбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә арымай-талмай хеҙмәт итеүен, яңы үрҙәр һәм ижади уңыштар теләйбеҙ. Форсаттан файҙаланып беҙ уны Ишембай районының Почетлы гражданины булыуы менән дә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Читайте нас: