-1 °С
Болотло
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ғинуар 2021, 02:00
ЖИРАФ
Тамара Искәндәриә
ЖИРАФ
— Жираф, жираф, әйтсе, ниңә
Оҙон һинең муйының?
— Ҡарар өсөн күктәрҙәге
Болоттарҙың уйынын!
Болоттар үҫә, ҡабара,
Хас күктәге януарҙар.
Саба унда һыбайлылар,
Уҡтары, яны ла бар.
Һунар ҡыҙа,
Аттар саба,
Саба күкте тултырып...
Жираф, мин дә еләйем бер,
Шул аттарға ултырып!
Мин осайым бер елкенеп,
Тотоноп ялдарына.
— Эй ҡыҙыҡай!
Болот-ялдар
Йәшәй хыялда ғына!
Хыял иле— бик бейектә,
Юғарыраҡ ул айҙан.
Шуға минең, эй ҡыҙыҡай,
Муйыным оҙонайған.
Рәссам Артур ВАСИЛОВ
04-2017
Читайте нас:
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"