+16 °С
Дождь
VK
Дөйөм мәҡәләләр
31 Декабря 2020, 21:00

ЗЕБРА

ЗЕБРА

Тамара Искәндәриә
ЗЕБРА
— Эй, матрос! — тиҙәр уға, —
Йыуа һал палубаны!
Палубаһы — Африка,
Ә карап?
Капитаны?
Аҡ-ҡара тельняшкаһы
Күренә шул алыҫтан.
Етеҙ, тыңлаусан икән,
Һиҙелә бер ҡараштан.
— Матрос, матрос! Әйт әле,
Ҡайҙа һуң бында диңгеҙ?
Ҡомло сүллек илендә
Ҡоролоҡ ята тиңһеҙ.
Тельняшка кейгәнһең дә,
Юҡмы ни һуң диңгеҙең?
— Ҡом иле — океаным,
Сүл матросымын — үҙем!
Рәссам Артур ВАСИЛОВ
04-2017
Читайте нас