Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ғинуар 2021, 02:00

Төш күргән

Төш күргән Аптырамай торһаңсы —Аръяҡта бар һунарсы!Ул кисә ҡайтҡан алыпИке ҙу-у-р кашалот,

Төш күргән
Аптырамай торһаңсы —
Аръяҡта бар һунарсы!
Ул кисә ҡайтҡан алып
Ике ҙу-у-р кашалот,
Өс айыу ҙа
Биш филде,
Ҡырағай ҡабан —
Һигеҙҙе!
Өс болан,
Кәзәмөгөҙ,
Ике яуыз
Танаумөгөҙ,
Өс бизон,
Биш бүрене
Атып алған —
Күрегеҙ!
Крокодил алған
Нилдан,
Һис ҡурҡмаҫ үҙе,
Йылдам!
Ҡасан, ҡайҙа булған хәл?
Һаҡла тик серең итеп:
Был хәл булған өйөндә
Ятҡанда серем итеп.
Душан ДЖУРИШИЧ шиғырҙарын ҡаратаулы теленән башҡортсаға Тамара ИСКӘНДӘРИӘ ауҙарҙы.
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
04-2018
Читайте нас: