Тау-ташлы юлдан орсоҡтай малай йәйәү һыпырта ғына:
— Егет икәнһең! Әйҙә, ултыр эргәмә.
— Белдем, — тине малай менгәс. — Һеҙ һайлау үткәрергә китеп бараһығыҙ!
— Нәҡ шулай! Ә һин, ҡурҡмайынса, ниңә юлға сыҡтың?
— Кем һуң өләсәйең? — Малай менән мәрәкәсел әңгәмәгә мин дә ҡушылдым.
— Өләсәй була! — тине малай ҡаты ғына.
Бәй, ә мин һуң бәләкәй сағымда өләсәйҙәремә исемләп өндәшә инемме ни?
Кескәй дуҫым, ә һин өләсәйеңә нисек өндәшәһең? Беләһеңме уның исемен?