+22 °С
Ясно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
31 Декабря 2020, 21:00

Диктант

Дүртенсе дәрестә — диктант,

Дүртенсе дәрестә — диктант,
Дөрөҫләйбеҙ «д»-ларҙы:
«Даға.
Дуға.
Донъя.
Даръя.
Дәүләт — дуҫы Динарҙың».
Дәлилдәрҙе дәфтәрендә
Диләфрүз дә дауамлай:
«Диҡҡәтһеҙләнгән Дауытты
Доктор Дилә дауалай».
Әсхәл ӘХМӘТ-ХУЖА
Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
11-2017
Читайте нас