Бер уҡыусыға урман юлында айыу тап булған. Теймәй ҙә, китмәй ҙә, тик тора, ти. Айыу ҡыҙыҡһыныусан януар бит ул.
Малай ҙа әллә ни ҡурҡмаған, бер ағас төбөнә ултырған да, сумкаһынан ҡағыҙ- ҡәләм алып: «Мине айыу ашаны,» — тип яҙған. Айыу үҙ юлы менән киткән, малай ауылына һыпыртҡан, ҡайын туҙына ҡыҫтырған ҡағыҙын алырға онотҡан.
Ҡурҡыныс яҙманы аҙаҡ олораҡ дуҫы табып уҡый ҙа, малайҙы: «Һине айыу ашаған бит, нисек мәктәпкә бараһың?» — тип мәрәкәләгән. Теге лә аптырап тормаған: «Айыу кешегә теймәй ул, әйҙә, бергә атлайыҡ!» — тигән.