-11 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ғинуар 2021, 02:00

«Ҡарлуғас»та ҡунаҡта

«Ҡарлуғас»та ҡунаҡта Жуков ауылының «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы менән Резеда Әптелғәзи ҡыҙы Хөсәйенова етәкселек итә. Рухлы, әүҙем тәрбиәселәрҙең тырышлығы менән башҡорт төркөмдәре гөрләтеп эшләп килә. Кескәйҙәр бар яҡлап һәләттәрен үҫтерә, музыка залында ихлас шөғөлләнә.

«Ҡарлуғас»та ҡунаҡта
Жуков ауылының «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы менән Резеда Әптелғәзи ҡыҙы Хөсәйенова етәкселек итә. Рухлы, әүҙем тәрбиәселәрҙең тырышлығы менән башҡорт төркөмдәре гөрләтеп эшләп килә. Кескәйҙәр бар яҡлап һәләттәрен үҫтерә, музыка залында ихлас шөғөлләнә.
«Аҡбуҙат» журналы ошо яҡты баҡсала ҡунаҡта булды. Баш мөхәррир Тамара Искәндәриә-Юлдашева, бүлек мөхәррире Миңлегөл Тайсина балаларға шиғырҙар уҡыны, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Бәләкәстәр бик ҡыҙыҡһыныусан, отҡор икән! «Аҡбуҙат»тың ысын дуҫтары бит улар!
Миңлегөл МӘҮЛИМБИРҘИЕВА.
Өфө районы.
02-2018
Читайте нас