-3 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ғинуар 2021, 02:00

Алтын ҡуллы әсәйҙәр

Шәүрә: Хәйерле көн, Динә! Хәлдәр нисек?

Шәүрә: Хәйерле көн, Динә! Хәлдәр нисек?
Динә: Сәләм, Шәүрә! Әсәйҙәр көнөнә әҙерләнәбеҙ.
Шәүрә: Ә ул байрамды нисек әҙерләйһегеҙ?
Динә: Әсәйҙәрҙе мәктәпкә ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Һәр беребеҙ йырлай, бейей, шиғыр һөйләй.
Шәүрә: Ә беҙгә уҡытыусыбыҙ әсәйебеҙҙең һөнәре тураһында инша яҙып килергә ҡушты.
Динә: Ә һинең әсәйең һөнәре буйынса кем һуң?
Шәүрә: Минең әсәйем — табип. Ул балаларҙы дауалай.
Динә: Ә минең әсәйем — ашнаҡсы. Ул аш-һыу оҫтаһы.
Шәүрә: Әхирәтем Гөлнурҙың әсәһе — балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Иректең әсәһе — тарихсы, милли музейҙа эшләй.
Динә: Әсәйҙәр — өйҙә лә, эштә лә өлгөрҙәр! Алтын ҡуллы, изге йөрәкле бит улар!
Текст буйынса эш:
1. Балалар! Ә һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ — ниндәй һөнәр эйәләре? Һәр берегеҙ һөйләп ишеттерегеҙ.
2. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға теләр инегеҙ?
3. Әсәйҙәрегеҙгә ниндәй сифаттар хас, һанап сығығыҙ!
Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.
Читайте нас