+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Декабрь 2020, 13:57

Шиғырҙар ҙа яҙған, балаларға белем дә биргән

Билдәле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған саралар теҙмәһе башлана.

Яз эйәме – егет улмаҡ,
Көз эйәме – ҡари улмаҡ,
Ҡыш эйәме – вафат улмаҡ,
Ғүмернең рәхәте аздыр.
Ошо шиғыр юлдарын ижад иткән башҡорт шәхесе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 2021 йылда 195 йыл тула.
8 ғинуар уның кесе Ватанында - Тәтешле районында ошо айҡанлы байрам саралары башланасаҡ.
Мәғрифәтсе донъяға килгән Иҫке Соҡорой ауылында, Ғәли Соҡоройҙоң тыуған нигеҙендә урынлашҡан йорт-музейҙа уға арналған таҡтаташ асыласаҡ.
Үрге Тәтешлеләге тыуған яҡты өйрәнеү музейында шәхестең тормош юлын, ижадын сағылдырған күргәҙмә ойоштороласаҡ.
"Әсән хан тоҡомдары" исемле концерт тамашаһында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Зәйнетдин, "Арғымаҡ" төркөмө сығыш яһаясаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: