Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һәм Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов Щекатуровтарҙың ғаиләһенә Яңы йыл тылсымы алып килде – республика етәксеһенән ҡотлау һүҙҙәре еткереп, 15 йәшлек Романға Stels Energy велосипедын тапшырҙы.
Тап Романдың теләге яҙылған шарҙы шыршынан Радий Хәбиров үҙе сисә, һәм малайҙың хыялын тормошҡа ашыра.
“Һаман ышанып бөтә алмайым, миңә ысынлап та, тоттолар ҙа велосипед бүләк иттеләр”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Роман.
“Теләктәр шыршыһы” акцияһы бөтә Рәсәй буйлап бара, уның сиктәрендә чиновниктар етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың хыялдарын ысын итә.