+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Декабрь 2020, 20:55

ИЖАУ БАШҠОРТТАРЫ БАШҠОРТ ЫРЫУҘАРЫ КАРТАҺЫ ҺӘМ “АҠБУҘАТ” ЖУРНАЛЫ МЕНӘН ТАНЫШТЫ

ИЖАУ ҠАЛАҺЫНЫҢ ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ЙОРТОНДА УРЫНДАҒЫ БАШҠОРТ ҠОРОЛТАЙЫ ЕТӘКСЕҺЕ ШӘҺИТ ИШӘЕВ ТӨБӘК ӘҮҘЕМСЕЛӘРЕН ЙЫЙЫП, БАШҠОРТОСТАНДАН КИЛГӘН БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ ВӘКИЛДӘРЕ МЕНӘН ОСРАШЫУ ОЙОШТОРҘО.

“Без – башҡортлар” хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев осрашыуға килеүселәрҙе “Без – башҡортлар” брошюраларындағы мәғлүмәт, Ырыуҙар картаһы менән таныштырҙы.
  • Беҙгә шәжәрәләр төҙөргә, тарихты ныҡлап белергә кәрәк. Башҡорт теленең бик күп һөйләштәре бар. Бына, мәҫәлән, мин төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында аралашам. Әйткәндәй, “Аҡбуҙат” журналының 13-сө һаны ғәйнә диалектында баҫылды. Беҙ ниндәй диалектта һөйләшһәк тә, башҡорттоң ниндәй ырыуынан булһаҡ та, беҙ бер милләт балалары! – тине Радик Рәлиф улы.
  • Шағирә, журналист, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина төбәк башҡорттарын милли баҫмалар менән таныштырҙы. “Балаларҙы милли рухта тәрбиәләү өсөн тап һеҙҙең кеүек олатай-өләсәйҙәр кәрәк. Бына бөгөн беҙ һеҙгә алып килгән кескәйҙәр өсөн сыҡҡан “Аҡбуҙат” журналы ла, “Без – башҡортлар” брошюралары ла – барыһы ла балаларҙа үҙаңды формалаштырыусы методик ҡулланма! Сабыйҙарҙы тамырҙарынан өҙмәйек! Өйҙә мотлаҡ туған телдә аралашайыҡ. Борондан халҡыбыҙҙа өләсәйҙәр ейәндәрен тәрбиәләгән. Барыһы ла һеҙҙең ярҙам менән атҡарыласаҡ!” – тине ул сараға йыйылған өлкән быуын вәкилдәренә өндәшеп.
    Сарала ҡатнашҡан башҡорттар – сығыштары менән барыһы ла Башҡортостандан. Дилфәр Хәсәнов заманында – 1992 йылда “Салауат” башҡорт ҡоролтайы ойошмаһын булдырған кеше. Сығышы менән ул Борай районынан, мәҡәләләре, шиғырҙары башҡорт матбуғатында баҫылғаны бар. Алия Абдуллина ханым Балтас районынан, Танып ырыуы башҡорто. Земфира Мусина – сығышы менән Белорет районы ҡыҙы, Тамьян ырыуынан. Ул сараға үҙ ҡулдары менән теккән, тәңкәләр менән биҙәгән күлдәген кейеп килгәйне. Әллә ҡайҙан милли паспорт кеүек күренеп тора башҡорт күлдәге. Фәриҙә Имаметдинова менән Флера Лапитова – Яңауыл ауылынан, Уран ырыуы вәкилдәре. Дарвина Гәрәева Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың икетуған һеңлеһе. Ул үҙенең Ирәкте ырыуы ҡыҙы икәнен яҡшы белә. Ейәнсәрҙәренә лә телде, милли һөйләште өйрәтергә тырыша. Фәйруза Ишәеваның тамырҙары Татарстандың Аҡтаныш, Миңзәлә райондарына барып тоташа, ул Бүләр ырыуы ҡыҙы. Хлүдә Яҡупова Краснокама районынан, Гәрәй ырыуы вәкиле.
    Осрашыу һуңында Самира менән Сафия Йосоповалар менән осрашырға насип булды. Бертуған 7 йәшлек һәм 7-се класта уҡыған ҡыҙҙар Ижау ҡалаһының 6-сы гимназияһында белем ала.
    Киләһе осрашыуҙа йәштәрҙе, балаларҙы күберәк йәлеп итергә тип һүҙ ҡуйышты осрашыуҙға ҡатнашыусылар. Ижау ҡалаһының башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Шәһит Ишәев йәмәғәт ойошмаһын 2019 йылда яңынан тергеҙеп эшләп китеүененә ике йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан, төбәк башҡорттары менән осрашыуҙар, милли саралар үткәреү эше йәнләнгән. Уңыштар теләйек милләттәшебеҙгә! Бөтә донъя башҡорттары тарафынан ебәрелгән китаптар, энциклопедик белешмәләр уға эшендә булышлыҡ итер. Удмурт республикаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ менән осрашыуҙар киләһе йылда ла уҙыр.
    Читайте нас: