+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Декабрь 2020, 18:12

Бер йыл эсендә 28 яңы мәктәп һәм 47 яңы балалар баҡсаһы

Мәғариф өлкәһендәге йыл һөҙөмтәләрен барлаһаҡ...

Ике йыл эсендә Башҡортостанда 28 яңы мәктәп һәм 47 яңы балалар баҡсаһы төҙөлгән, һигеҙ мәктәптә ремонт эштәре үткән.
Мәғариф буйынса 2020 йылдың һөҙөмтәләрен барлаһаҡ, республикала балалар баҡсаларының һаны бермә-бер артыуын күҙәтергә була.
“Демография” милли проекты сиктәрендә йәш ярымдан алып өс йәшкә тиклемге 200 бала өсөн шәхси баҡсаларҙа өҫтәлмә урындар барлыҡҡа килгән, киләһе 2021 йылда тағы ла өҫтәлмә 400 урын әҙерләнә.
Башҡортостанда үтеп барған йыл эсендә мәктәптәр 115 яңы автобустар алған.
2019 йылда ауыл уҡытыусылары өсөн булдырылған программа менән 2020 йылда 150 педагог файҙаланған.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: