-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Декабрь 2020, 19:05

Тормошта иң мөһиме - ул ғаилә

“Илде һаҡлағанда ла һин тәү сиратта үҙ ғаиләңде ҡурсалайһың” – был ялдарҙа “Бәхет биләмәһе” проекты сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаилә ҡиммәттәре хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты.

“Кешенең тормошонда иң мөһиме – ул ғаилә, хатта ил һаҡлағанда ла һин тәү сиратта үҙ ғаиләңде ҡурсалайһың.
Бөгөнгө көндә ғаиләләр төрлө яҡтан баҫым кисерә – этик, матди һәм башҡалар. Беҙ йәш саҡта аҡса һәм башҡалар хаҡында артыҡ уйланмай ғаилә ҡора инек, бөгөн килеп барыһы ла рациональ үлсәмгә күсте. Был яҡшымы, яманмы – белмәйем”, - тине республика етәксеһе.
Ул “гражданлыҡ никахы” аңлатмаһы хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатты, был күренеште хуплап еткермәүе хаҡында белдерҙе.
“Ғаилә ысын булырға, уның ағзалары бер-береһе хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш”, - тине Радий Хәбиров.
Әңгәмә барышында Башҡортостан Башлығы үҙ ғаиләһе, ундағы ҡиммәттәр, ғөрөф-ғәҙәттәр хаҡында ла һөйләп үтте:
“Йәкшәмбе минең өсөн ғаилә көнө, үҙемде эш менән күмергә тырышмайым, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе һәм эштәге айырым осраҡтарҙы иҫәпкә алмағанда”.
Радий Хәбиров Башҡортостан ир-егеттәренә был көндә үҙҙәрен ғаиләгә арнарға кәңәш итте. Ул үҙе ял көндәрендә аш-һыу менән булышырға ярата, бик оҫта бешеренә икән.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: