+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Декабрь 2020, 18:33

Розалинда синтезатор алып ҡыуанды

Балаларҙың шыршыға яҙып элгән хыялдары тормошҡа аша - “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә бөгөн Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев Өфө ҡыҙы Розалиндаға синтезатор бүләк итте.

Акцияның үҙенсәлеге шунда – Башҡортостанда төрлө ерҙәрҙә етәксе вазифаһын биләгәндәр махсус шыршынан балаларҙың теләктәре яҙылған шарҙарҙы алып, үҙҙәренә йәрәбә буйынса төшкән кескәйҙең хыялдарын тормошҡа ашыра.
“Бөгөн минең өсөн был үтеп барған йылдағы иң йәмле көндәрҙең береһе, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Максим Ульчев, - Розалинданың ғаиләһендә ҡунаҡта булдым, уға балалар синтезаторы тапшырҙым. Миңә тағы ете йәшлек Ишембай малайы Арсенийҙың теләге эләккәйне, уға бүләк 28 декабрь барып етәсәк”.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: