“Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров Андрей Турчак исеменән ете йәшлек Ариана Малинскаяға бүләк – уйынсыҡ динозавр һәм тәмлекәстәр тапшырҙы.
“ Бөгөн беҙ бәләкәй Ариананың хыялын тормошҡа ашырып, Андрей Турчактың бүләген тапшырҙыҡ, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров. – Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашырға тейеш, бигерәк тә Яңы йыл ишек ҡаҡҡанда. “Теләктәр шыршыһы” акцияһы бер-береңә иғтибарлы булырға, изгелектәр ҡылырға саҡыра”.
“Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етем һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләге балаларҙың, һаулыҡ торошо ғүмеренә хәүеф менән янаған ололарҙың Яңы йыл хыялын тормошҡа ашырыу. Был акцияға 5 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин старт бирҙе. Ғаризаларҙы 15 ноябрҙән алып 15 декабргә саҡлы ҡабул иттеләр. Башҡортостандан был акция сайтына 500 теләк килгән. Уларҙы 28 февралгә тиклем үтәйәсәктәр.