Йәмғеһе республикала бындай бүләктәр яҡынса 4000 ғаиләгә таратыласаҡ. Проект “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе, Башҡортостан профсоюздары, “Медик-ирекмәндәр” хәрәкәте, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты, Коммерция булмаған ойошма ярҙамында бойомға ашырыла.
Табиптар үҙҙәре был ауыр ваҡытта ошондай ярҙам мөһим тип белдерҙе, һәм ирекмәндәргә иғтибар, бүләктәр өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.