+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Декабрь 2020, 13:39

Изгелектәре ерҙә ятып ҡалмаҫ

Дауаханала ятҡан һәм Өфө ҡорамының приютында тәрбиәләнгән балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы – уларға йәмәғәт эшмәкәрҙәре көнкүреш кәрәк-яраҡтарынан тыш, Яңы йыл бүләктәре тапшырҙы.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары Кристина Недорезова менән Борис Сазонов Өфөнөң Крестовоздвиженск ҡорамы сиктәрендәге Йәшәү урындары булмағандарға ярҙам итеү үҙәгенә аҙыҡ-түлек, көнкүреш, шәхси гигиена тауарҙары һәм Яңы йыл бүләктәре алып барҙы.
Был кәрәк-яраҡтар ҡорамға ярҙам һорап килгән Өфө халҡына, ә тәғәйен янғын ҡорбандарына, йәшәү урындары булмағандарға, аҡсаһыҙ ҡалғандарға таратыласаҡ.
Йәмғиәт эшмәкәрҙәре был изге эш менән бер нисә йыл дауамында шөғөлләнә. Уларға дуҫтары һәм таныштары ярҙам итә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: улар бындай ярҙамды Яңы йыл байрамдарында ғына түгел, йыл әйләнәһенә ойоштора.
Изге эштәр теҙмәһендә балалар ҙа иғтибар үҙәгендә. Приют тәрбиәләнеүселәренән тыш, 17-се һәм 22-се Республика Балалар Клиник дауаханаларындағы кескәйҙәр ҙә Яңы йыл бүләге алып ҡыуанды.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: