Улар араһында Дадиандан ике батша улы бар ине. Улар араһында ғалимдары, дин белгестәре күп ине. Йәйен дә ҡышын да улар ҡалмыҡтар менән өҙлөкһөҙ һуғыш алып баралар, сөнки уларҙа ҡыйыу һәм ҡеүәтле батырҙары күп ине, йөҙ мең мылтыҡтан атыусы, йөҙ мең уҡсылары, тағы алты пушкалары булды. Мужик ҡалаһында теге батша улдары миңә килеп былай тинеләр: «Мәрхәмәтлеләрҙең иң мәрхәмәтлеһе, Ғосман йорто ғәскәрҙәре илсеһе! Бында пәйғәмбәребеҙҙең йәшел байрағы һәм бер нисә меңлек ғәскәре менән күренегеҙ беҙгә! Хейхат далаларынан ун ике ҡалмыҡ батшаһын ҡыуып ебәреп, ошо Мәскәү ерҙәрендә көн күргән беҙҙең Мөхәммәт общинаһын Хейхат далаларына күсерегеҙ, үҙегеҙгә Мәскәү ерҙәрен яулап алығыҙ. Ҡырым һәм Азовты казактар һәм ҡалмыҡтар ыҙаһынан ҡотҡарығыҙ. Һәм шул саҡта беҙ дуңғыҙ майын Ҡара диңгеҙ аша туранан-тура Истамбулға ебәрәсәкбеҙ. Беҙ һәр йыл һайын бер нисә йөҙ мең һарыҡ, шулай уҡ батша өҫтәле өсөн дә дуңғыҙ майын ебәреп торасаҡбыҙ»...»
© Челеби Әүлиә (1611-1682). Сәйәхәтнамә. Истәк халҡының йәшәү үҙенсәлектәре.