+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Декабрь 2020, 12:01

Уларға ысын Ҡыш бабай килгән

“Беҙ бергә” акцияһы ҡатнашыусылары күп балалы ғаиләләрҙе етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы.

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Әсә йөрәге” әсәләр советы бер нисә күп балалы ғаиләгә яңы йыл мөғжизәһен бүләк итте.
Туғыҙар балалы Фәттәхов менән Вәлиевтар ғаиләләренә бүләктәр йыйылмаһы, канцеляр тауарҙары һәм эшыуар Ваим Заһитовтан күстәнәстәр тапшырылды.
“Балалар ысын Ҡыш бабайға ҡыуанды”, - тип тәьҫораттары менән бүлешә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.
Рәсәйҙең халыҡ артисы, башҡорт сәнғәте аҡһаҡалы Хөрмәтулла Үтәшев тылсымлы образда балаларҙа ысын байрам кәйефе һәм мөғжизәгә ышаныу тыуҙырған.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: