Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителгән был акцияла мөмкинлектәре сикләнгән оло йәштәгеләр өсөн дә ярҙам ҡаралған.
Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән акцияла Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар шыршынан теләктәр яҙылған уйынсыҡтарҙы алды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫарҙары икешәр, министрҙар берешәр теләк авторҙарының хыялдарын бойомға ашырасаҡ.
Башҡортостандан акцияның сайтына 500-ҙән артыҡ теләк килгән. Уларҙы 28 февралгә тиклем бойомға ашырасаҡтар.