Канаттарҙың өсәүһе туристик булһа, алтауһы - транспорт фуникулерҙары.
Әлеге мәлдә йүнәлештәр һәм юлдарҙы төҙөү нөктәләре билдәләнгән. Фуникулерҙар Ағиҙел яры буйлап Салауат Юлаев һәйкәленә, Ленин урамына, Салауат баҡсаһына йөрөйәсәк.
Транспорт фуникулерҙары ҡаланың үҙәге менән Дим биҫтәһен тоташтырасаҡ. Икенсе һыҙыҡ Карл Маркс урамы, Ибраһимов бульварынан тимер юл вокзалына, Затон биҫтәһенә тиклем барып етәсәк.
Өсөнсө канат юлы Мәжит Ғафури паркынан юлланасаҡ.