Автобустарҙа йәш пассажирҙарҙы алып йөрөр өсөн бар уңайлылыҡтар һәм хәүефһеҙлек булдырылған.
Оло Устьикин, Ләмәҙтамаҡ кеүек ауылдарға балалар күрше ауылдарҙан да йөрөп уҡыйҙар. Был осраҡта яңы автобустарҙың кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Быға тиклемге транспорттарҙың күптән яраҡлыҡ ваҡыты сыҡҡан була.
Мәсетле районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы автобустар ҙур, йылы, ултырғыстары уңайлы.
Балаларға был Яңы йыл бүләгендә оҙон-оҙаҡ хәүефһеҙ йөрөргә яҙһын.