+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Декабрь 2020, 15:15

СӘСӘНДӘР

СӘЙЕТ ӘХМӘТ УЛЫ ИСМӘҒИЛЕВ, ЙӘРМЕ СӘЙЕТЕ

Сәйет Әхмәт улы Исмәғилев, Йәрми Сәйете 1884 йылдың 29 сентябрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Йәрми ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһынан йәшләй етем ҡалыу сәбәпле, күп балалы ғаилә хәстәрлеге уға төшә. 16—17 йәштәрендә ул шиғырҙар, йырҙар сығарып, үҙе уйнап, үҙе йырлап, яҡын-тирә ауылдарҙа киң таныла.
Читайте нас: