+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Декабрь 2020, 16:58

Бесәйҙе нисек уйнатырға?

Бесәй менән уйнарға яратмаған бала юҡтыр! Был яҙмала уны уйнатыу мөмкинлектәре бирелгән. Ә һеҙҙең бәләкәстәр нисек уйната дүрт аяҡлы дуҫын?

Бесәйҙәр – балалар кеүек, уйнарға ярата. Уларҙы уйнатыуҙың иң таралған төрө: кәнфит ҡағыҙынан бантик эшләү һәм уны оҙон бау осона бәйләп, бесәйҙең алдында уйнатыу. Мыраубайҙы был бантик ярҙамында һикертергә лә, йүгертергә лә мөмкин! Уның ыңғайына үҙең дә рәхәтләнеп йүгереп алаһың.

Шулай уҡ бесәй балалары ла лабиринт эсендә йөрөргә ярата. Уны эшләүе ҡыйын түгел. Бер нисә ҡатырға ҡумта кәрәк була. Уларҙы бергә йәбештерәһең дә бесәйгә йөрөр өсөн ишектәр уйып сығаһың. Лабиринт эсенә теннис тубын һелтә. Бесәйҙең уны тоторға тырышҡанын рәхәтләнеп күҙәт. Әлбиттә ул тиҙҙән туп артынан йүгереп ялҡыр, әммә лабиринт мыраубайыңдың яратҡан урыны булып ҡалыр.

Дуҫыңды лазер таяғы менән уйнатырға мөмкин. Лазер утын стена, иҙән буйлап йөрөт... Ят “бөжәк”те күреп ҡалғас та, бесәйең уны тоторға ташланасаҡ. Ә һин тоттормайһың, лазер утын икенсе урынға ҡасыраһың. Лазер утын бесәйҙең күҙҙәренә һәм танауына яҡтыртырға ярамағанын да онотма.

Ҡағыҙ пакет ал да, тотҡаһына оҙон бау бәйлә. Пакетты бүлмәнең икенсе яҡ осона һал. Бауҙы әкрен генә тарт. Үҙенә табан шыуышҡан пакетты күргәс, бесәй ни эшләр? Ҡото осормо, әллә дошманына ташланырмы? Уныһын инде был уйынды эшләгәс күрерһең!
Читайте нас: